Махсус хәрби операция башланғандың беренсе көнөнән Башҡортостан халҡы ил һаҡсылары рәтенә баҫты. Һүҙ хәрбиҙәр хаҡында ғына түгел. Ә яҡташтарыбыҙ, үҙебеҙҙең егеттәр өсөн гуманитар ярҙам туплаусылар хаҡында.
Башҡортостан үҙенекеләрен бер ҡасан да ташламай. Был лозунг ише һүҙҙәр бөгөн мәғәнәһенә тура килеп яңғырай. Республика башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда үҙ хәрбиҙәренә иң әүҙем ярҙам күрһәтә. Ара алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан менән Донбасс ере араһында бәйләнеш өҙөлмәй.
Ошо көндәрҙә Өфөнән быйылғы тәүге гуманитар конвой юлланды. Күләме буйынса ул иң ҙуры булды. Тәү сиратта, мобилизацияланыусы яҡташтарыбыҙға һәм Салауат Юлаев батальоны хәрбиҙәренә тәғәйен ине ул. Палатка, буржуйка, йылы кейем, оргтехника, автомобилдәр, күсмә мунса һәм башҡалары. Быларҙың күпселеген битараф булмаған кешеләр, меценаттар, эшҡыуарҙар йыйған.
Шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе, Башҡортостан эшҡыуарҙар берлегенең ирекмәндәр штабы етәксеһе Тимерғәле Ураҙғолов бөгөн беҙҙең студияла ҡунаҡта.