Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса ойошторолған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фондының төбәк бүлексәһе асылды.
"Ватанды һаҡлаусылар" тип исемләнгән төбәк фонды социаль, медицина һәм йәмәғәт проекттары блоктарынан торасаҡ. Фонд алдында ниндәй бурыстар тора. Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре ниндәй ярҙамға дәғүә итә ала. Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина яуап бирәсәк.