Бөгөнгө һүҙебеҙ уртаҡ эш – һалдаттарға ярҙам тураһында барыр. Әңгәмәне башлар алдынан һеҙгә Баймаҡ халҡы өлгөһө тураһындә һөйләр ниәтебеҙ бар. Район ҡатын-ҡыҙҙары һалдаттарға тиҙ бешә торған аштар әҙерләүҙе яйға һалған. Тыуған яҡтарҙан ебәрелгән күстәнәстең көсө уның тәмендә лә, хужабикәләрҙең ниәттәрендә лә һиҙелә, ти Баймаҡ телевидениеһында эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ.
Эйе, кемдер аш менән ярҙам итһә, күптәрҙең уртаҡ эштәге өлөшө башҡаларҙан күренә. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ Фәнүз Сәлимгәрәев та ошондай ирекмәндәр исеменән. Һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе булған ҡунағыбыҙ һалдаттарға мейестәр әҙерләй.







