Хәйерле иртә, Республика! - 09.06.2023 Нарыҫтау саҡыра

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 09.06.2023 Нарыҫтау саҡыра

Беҙҙең халыҡ — Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле халыҡ. Уның үткәне һәм киләсәге дин менән бәйле. Ә Ислам дине ул- тәрбиә. Кеше күңеленә игелек, тормошта әҙәп, тәнгә сәләмәтлек, йәнгә рухи тәрбиә биреүсе. Йома иртәһендәге әңгәмәбеҙ дини тәғлимәттәр тураһында ғына түгел, ошо йәкшәмбелә үтәсәк изге сара хаҡында ла булыр.

Беҙҙә ҡунаҡта -дәүләт хеҙмәте ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Килдин һәм философия фәндәре кандидаты, ғалим-этнолог Закирйән Әминев.