Бөгөнгө әңгәмәбеҙ 12-се июндә Миәкә районында үтәсәк изге сара - «Сәхәбәләр төйәге - Нурлы Нарыҫтау» тип аталған мосолмандар йыйыны тураһында булыр.
Студиябыҙҙың хөрмәтле ҡунаҡтары — Дәүләт хеҙмәте ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Килдин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов.