Әле сығарылыш синыфы уҡыусылары һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн айырыуса яуаплы мәл. Ҡайҙа уҡырға инергә, тормошто ниндәй һөнәр менән бәйләргә, тигән һорауҙар борсой уларҙы. Бөгөн беҙ ҙә эфирыбыҙҙы һөнәр һайлауға бағышлайбыҙ.
Студиябыҙ ҡунаҡтары — Стәрлетамаҡ политехник колледжы директоры Марат Заһиҙуллин, Өфө яғыулыҡ энергетика колледжы уҡытыусыһы Лилиә Әхмәҙиева һәм Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы уҡытыусыһы Разалина Ибраһимова.