Иҡтисади Башҡортостан - 31.08.2023 Йәштәр ниндәй һөнәр һайлай?

Йәштәр ниндәй һөнәр һайлай?
  • Иҡтисади Башҡортостан - 31.08.2023 Йәштәр ниндәй һөнәр һайлай?

Каникулдар тамам... Бер аҙ һағышлы ла, тулҡынландырғыс та мәл. Иртәгәнән барлыҡ белем усаҡтарында, мәктәптәрҙә, техникум, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында тормош ҡайнай башлай. Республикабыҙҙың, Рәсәйҙең киләсәген билдәләр йәштәр бөгөн ниндәй һөнәрҙәр һайлай, ни өсөн һөнәри белем биреү йорттарында ажиотаж артҡандан-арта?

Республика техникум-колледждары быйыл 22 мең 297 студентты уҡырға ала. Уларҙың күпселеге көндөҙгө бүлектә уҡыясаҡ. Конкурс юғары... Мәҫәлән IT йүнәлештә бер урынға уртаса 30 кеше, айырым йүнәлештәр буйынса конкурс 80 кешегә барып етә. Икенсе урында медицина килә — бер урынға 22, юриспруденцияла — 12. Ни өсөн эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж арта, нишләп 11-се классты тамамлағандар урта һөнәри белемгә килә?

Был хаҡта Өфө архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы директоры Булат Биктимеров менән һөйләшәбеҙ.