Көҙҙөң тәүге айының яртыһын йомғаҡланыҡ. Һауа торошо беҙҙе йылы көндәр менән ҡыуандыра. Күптәр тәбиғәт ҡосағына ашығалыр. Әммә көҙгө осорҙа урман ҡырҙарҙа һаҡ булырға кәрәк, хәүефһеҙлек тураһында оноторға ярамай.
Ике аяҡлыларҙан тыш, көҙгө урманда айыуҙан һәм мышыларҙан ҡурҡырға кәрәк, ти белгестәр. Ағыулы бәшмәктәр һаны ла арта, икеләнгән осраҡта уларҙы йыймау хәйерле. Ә һунарсыларға ниндәй йәнлектәрҙе аулау рөхсәт ителә, алдағы минуттарҙа әңгәмә ошо юҫыҡта барыр/
Программаның спикеры — Башҡортостандың тәбиғәттән ҡулланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғәлиев