Иҡтисади Башҡортостан - 16.04.2026 Балыҡ тотоуға сикләү һәм яҙғы һунар ҡағиҙәләре

Тәбиғәттең уяныу осорона шаһитбыҙ. Был ваҡытта тирә яҡ йәшеллеккә күмелеп ҡоштар оя ҡора, себеш сығара, йәнлектәрҙең дә әүҙем үрсегән ваҡыты. Шуға күрә үҙ ҡанундары менән йәшәгән тәбиғәттә кешеләр өсөн айырым ҡағиҙәләр булдырылған.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 16.04.2026 Балыҡ тотоуға сикләү һәм яҙғы һунар ҡағиҙәләре

Мәҫәлән, 25 апрелдән Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләү ғәмәлгә инә. Был уларҙың ыуылдырыҡ сәскән осорона бәйле. Урманға сыҡҡанда һаҡлыҡ саралары хаҡында ла оноторға ярамай.

Яңы ҡышҡы йоҡонан уянған айыуҙар, бигерәк тә яңы балалаған тайыш табандар кеше өсөн хәүефле булыуы ихтимал. Хатта ҡабан сусҡалары үҙ балаларын яҡлап ташланыуы ихтимал. Тәбиғәттәге балансты билдәләүсе һунарсылыҡ өсөн дә бөгөн яуаплы осор.

Яңы миҙгел башланып тора. Махсус методикалар ярҙамында асыҡланған ҡош, хайуандарҙың һанына ҡарап ауылауға лимиттар билдәләнгән. Һунар тәртибе тик рөхсәт ҡағыҙҙары нигеҙендә генә башҡарылырға тейеш. Һунар миҙгеле, балыҡ тотоуға сиклә-ҙәр, урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында булыр алдағы ярты сәғәттә барасаҡ әңгәмә.

Студиябыҙ ҡунағы – Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев.