Быйыл "Тыуған ауылға — спорт" һәм "Асыҡ спорт" төбәк проекты сиктәрендә республиканың өс ауылында заманса спорт комплекстары ҡуйылды. Уларҙың береһе – Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында.
Башҡортостан Башлығы гранттары фонды тарафынан үткәрелгән конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ һәм иртәнге студияла "Асыҡ спорт" төбәк проекты етәксеһе Фәрит Ғиндуллинды, Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡоновты ихлас сәләмләйбеҙ.
Хәйерле иртә, Республика! - 27.09.2023 Ауылға - спорт!
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.