Ә был гражданлыҡ инситутын үҫтереү, мәҙәни, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн реаль аҡсалата ярҙам алыу тигән һүҙ. Төрлө йүнәлештәр буйынса проекттарҙы хуплаусы, финанс ярҙам күрһәтеүсе фондтар ҙа бихисап. Шуларҙың иң күләмлеһе, әлбиттә Президент гранттары фонды. Башҡортостанда ла республика Башлығы Гранты йәшәйештең төрлө йүнәлештәрендә әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға финанс ярҙам күрһәтә.
Президент Гранттары конкурсына тапшырылған ғаризалар һаны буйынса төбәктәр араһында Башҡортостан был юлы беренсе урынға сыҡты. Ә әлеге көндәрҙә уның икенсе этабы бара һәм 17 мартҡа тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә социаль әһәмиәтле проект яҙып уны ПРЕЗИДЕНТСКИЕГРАНТЫ нөктә РФ сайты аша ғариза тултырып ебәрәрге мөмкин.
Проект яҙыу, уны дөрөҫ итеп юллау һорауҙары менән Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бында махсус ресурс үҙәк булдырылған һәм белгестәр грант конкурстарында ҡатнашыу буйынса бушлай консультация бирә.
Студиябыҙ ҡунағы — Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Айбулат Йәмилов.