Хәйерле иртә, Республика! - 20.10.2023 Берҙәмлектә - көс!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 20.10.2023 Берҙәмлектә - көс!

"Берҙәмлектә – көс" тип атаныҡ бөгөнгө эфирыбыҙҙы. Ысынлап та, ил именлеге хәүеф аҫтында булған ваҡытта ысын ир-егеттәр ситтә ҡала алмай. Тәжрибәле яуғирҙар һәм йөрәгендә илһөйәрлек рухы йөрөткән егеттәр күңел ҡушыуы буйынса хеҙмәткә юллана. Контракт хеҙмәте, яуғирҙарыбыҙға ярҙам тураһында булыр һүҙебеҙ.

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта  — Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе, Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы, Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон ойоштороусыһы Артур Йомағужин.