Илебеҙ ҡатмарлы осор кисерә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар, айырыуса алғы һыҙыҡта торған һалдаттарыбыҙға беҙ ныҡлы таяныс булырға бурыслыбыҙ. Уларға ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостанда мәсьәлә нисек ҡуйылған? Беҙҙең хәрбиҙәр өсөн ниндәй яҡлау эштәре ҡаралған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға "Өфө уттары" тапшырыуының 3-сө сентябрь сығарылышында беҙ "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты; "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе; Башҡортостан Республикаһының "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" йәмғиәттәге ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү һәм уның ролен әүҙемләштереү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина менән әңгәмәләштек.
Өфө уттары - 03.09.2024 МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам, терәк һәм таяныс
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.







