Төрлө телдәрҙә белем биреү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре рәтендә. Был аҙнала, 26-27 ноябрҙә Өфө полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум ҡунаҡтарын ҡабул итә.
Нисек үтә ул, төп маҡсаттары, ниндәй мәсьәләләр күтәрелә – ошо турала Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм Мәғарифты үҫтереү институтының милли белем биреү буйынса ресурс үҙәге директоры урынбаҫары Мәрхәбә Дәүләтшина менән әңгәмәгә тәҡдим итәбеҙ.