"Өфө ваҡыты" 16 февраль: мәғариф киләсәге – полилингваль мәктәптәрҙә

Тема - "Полилингваль мәктәптәр".
  • "Өфө ваҡыты" 16 февраль: мәғариф киләсәге – полилингваль мәктәптәрҙә

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуында был юлы һүҙ баш ҡалалағы полилингваль мәктәптәр, уларҙың эшмәкәрлеге тураһында барҙы. Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов әйтеүенсә, ошондай үҙәктәр белем биреүҙәге әйҙәүсе үҙәктәр. Иң мөһиме – туған телде өйрәнеүҙә полилингваль мәктәптәр мөһимлеген оноторға ярамай. Башҡортостанда хәҙер башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт полилингваль мәктәптәре буласаҡ.

Ә бына Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурсында “Иң яҡшы йәш мөғәллим” исемен милләте буйынса ҡаҙаҡ булған педагог Ильяс Һағынбәк яуланы. Алма Ата ҡалаһында тыуған Ильяс Һағынбәк үҙ тормошон хәҙер Башҡортостанға бәйләгән. Өфөнөң 9-сы мәктәбендә башҡорт теленән белем биргән йәш педагог ғилми эш менән дә шөғөлләнә.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.