Хәйерле иртә, Республика! - 12.02.2024 Ғилми даирә

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 12.02.2024 Ғилми даирә

Рәсәй Фәндәр академияһының юбилейына арналған төп саралар быйыл йәй Санкт-Петербургта уҙа. Фәнни форумдарҙан Башҡортостан ғалимдары а ситтән ҡалырға тейеш түгел. Сөнки, республиканың ғилми өлкәһендә эшләүселәрҙең уртаҡлашыр тәжрибәһе бихисап. Ә Рәсәй Фәндәр академияһы составындағы Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты юбилей йылын нисек ҡаршылай, ниндәй бурыстар ҡуя?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға студия ҡунағы — Институт директоры, фәйләсүф фәндәр докторы, профессор Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина яуап бирә.