Йырһыҙ күңел – моңһоҙ күңел, тиҙәр. Моңо булып та, йырлай алмағандар бар. Тауышы булып та, йыр ижад итмәгәндәр күп. Әммә кемдер йырын да яҙа, шиғырын да ижад итә белә. Шул саҡта моңға сорналған йыр тыуа.
"Өфө уттары" тапшырыуының сираттағы сығарылышында ҡунаҡта моңло ижадсы ла, талантлы етәксе лә, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор, ижадсы Зөһрә Рәхмәтуллина булды.(Уңдан беренсе).
Көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙе ижад иткән Зөһрә Йыһанур ҡыҙы әлеге мәлгә иллегә яҡын йыр авторы. Сағыу видеоклиптар төшөрөлә, улар шулай уҡ радиола яңғырай. Моңло ижадсы һәм талантлы етәксе менән әңгәмә 17 октябрҙә, 20 сәғәт 10 минутта эфирҙа үтте.