Хәйерле иртә, Республика! - 16.02.2024 Берҙәмлектә - көс!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 16.02.2024 Берҙәмлектә - көс!

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев Ордены лауреаты, билдәле йырсы, ҡурайсы Рәсүл Рәфиҡ улы Ҡарабулатов махсус хәрби операция биләмәһенә юлланып, ҡыҙыу нөктәләрҙә алышҡан яугирҙарыбыҙ өсөн концерт ойоштороп ҡайтты.

Алғы һыҙатта хеҙмәт иткән егеттәребеҙҙең кәйефтәре,тын алыштары тураһында, үҙенең күңел кисерештәрен белергә теләп, беҙ бөгөн яратҡан йырсыбыҙҙы студиябыҙға саҡырҙыҡ.