Хәйерле иртә, Республика! - 21.05.2024 Сәфәрҙә тыуған бейеү

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 21.05.2024 Сәфәрҙә тыуған бейеү

Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Фәйзи Ғәскәров ис.дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле махсус хәрби операция геройҙары тураһында «Йәшәү хаҡына» тип аталған театр-хореография сюитаһын ҡуйҙы.

Композиция яҡташ һалдаттарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә һәм яҡындарына арналған.

Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов һәм ансамбль солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Регина Кәбирова бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.