Миләүшә Хәйбуллина – ул тик бейеүсе һәм артистка ғына түгел, ул — ижадсы. Халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы Миләүшә Хәйбуллина, был юғары һүҙгә, әлбиттә, лайыҡ. Социаль селтәрҙәрҙең береһендә Миләүшә үҙенең ижади булмышы хаҡында – “Кемдең миңә ҡарата нимә уйлағаны, әйткәне, кире фекере, ризаһыҙлығы, оҡшатмауы йәки яратмауы мөһим түгел, минең үҙемдә, йөрәгемдә булған һөйөүем, халҡыма булған мөхәббәтем, бейеүҙе нисек күтәреүем, бәхетле булыуым һәм шул бәхетте башҡаларға өләшеүем мөһим! Мин – башҡорт ҡыҙы һәм шул – иң ҙур байлыҡ!” – тип белдерә. Ижадының, ғүмерлек һөнәренең төп маҡсатын шулай билдәләй Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт Академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу солисы Миләүшә Хәйбуллина. Бейеүҙе башҡарыуҙа, башҡорт милли кейеменең мәғәнәһен асып һалыуҙа ул үҙенең йөрәк тибешен тоя. Яңыраҡ барлыҡҡа килгән “Хазина” исемле бейеү тураһында ул — "Башҡорт халыҡ бейеүенең һәр хәрәкәте аша ла милләтебеҙҙең кисергәнен, күргәнен тасуирлап, сағылдырып була. Һәр ырыуҙың уға ғына хас булған һыҙаттары, кейемдәренең төҫтәренә хәтлем үҙенсәлектәре бар. Шуларҙың һәр береһен юғалтмай, алтын бөртөктәрендәй йыйып, бер бейеүгә һалып, тамашасыға еткерергә тырыштыҡ", — ти артистка.
Оҫталығын, белгәнен һәм яратҡанын ул ҡояш үҙ нурын һипкәндәй, башҡаларға ла тарата. Ике бала әсәһе, тынғыһыҙ ижадсы һәм тағы ла уңышлы эшҡыуар булыуына өҫтәп, ул интернет селтәре аша он-лайн дәрестәр үткәрә, студияла эшләй, бер һүҙ – талантлы башҡорт бейеүсеһе был донъяларҙы биҙәп, биҙәктәрҙән бәхет табып йәшәй! Афарин, Миләүшә!