Хәйерле иртә, Республика! - 07.08.2024 Тылсымлы театр

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 07.08.2024 Тылсымлы театр

1932-се йылда эш башлаған Рәсәйҙең тәүге милли ҡурсаҡ театры инде 93-сө йыл кескәй тамашасыһына тоғро хеҙмәт итә. 7-се августа театр тәүгеләрҙән булып сираттағы ижад миҙгелен аса. Кескәй тамашасыларҙы йәйге каникул мәлдәрендә ҡыуандырып ҡалырға теләй улар.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илүзә Мөхитова һәм Вадим Ғәбиҙуллин бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.