Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 28.01.2025 Ҡурсаҡ театры юғары премияға дәғүә итә

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 28.01.2025 Ҡурсаҡ театры юғары премияға дәғүә итә

Башҡортостан театрҙары спектаклдәре "Алтын битлек" Милли театр премияһы исемлегенә инде.

Ҡурсаҡ театры номинацияһына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ике спектакле "Ал сәскә" һәм "Аҡбуҙаттың тылсымлы күле" спектаклдәре дәғүә итә.

"Алтын битлек" премияһы илдең иң төп театр премияһы булып иҫәпләнә, 1993-сө йылдан алып Рәсәй театрҙарының иң яҡшы спектаклдәре өсөн һөнәри награда булып тора.

"Өфө уттары" тапшырыуында ҡунаҡта — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының директоры, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Имаметдинов.