Эшһеҙлек – бер бәлә, эшселәр булмауы ҙур бәлә. Оҙаҡ йылдар эшһеҙлек кимәлен кәметеү менән көршкән Рәсәй бөгөн рекордлы һөҙөмтәләргә иреште – тарихи минимум 2,7 процент. Йәғни илдә рәсми эшһеҙҙәр бик аҙ. Әммә, миҙалдың икенсе яғы бар – хәҙер кадрҙарға дефицит күҙәтелә. Уның ҡарауы эш табыу күпкә еңелләште. Ә республика хеҙмәт баҙарында хәлдәр нисек? Дәүләт ниндәй саралар күрә? Былар хаҡында Республика Мәшғүллек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Ләйсән Ғәлләмова менән һөйләшәбеҙ.
Хәйерле иртә, Республика! - 17.07.2024 Эше барҙың - ашы бар
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.