Иҡтисади Башҡортостан - 19.01.2023 Эше барҙың - ашы бар

Эше барҙың - ашы бар.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 19.01.2023 Эше барҙың - ашы бар

Эше барҙың – ашы бар. Ә аш булһа, көй ҙә булыр. "Иҡтисади Башҡортостан"тапшырыуында бөгөн эш тураһында һөйләшеүҙе уртаға сығарабыҙ. Һөнәр, оҫталыҡ, карьера хаҡында түгел һүҙем, дөйөм хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр, тормош, заман шарттары менән бергә барған үҙгәрештәр хаҡында булыр әңгәмә.

Хеҙмәт баҙары аҙаҡҡы йылдарҙа хәтәр тетрәнеү кисерә тигән ҡыйыу һүҙ менән башлаһам шыттырыу булмаҫ моғайын. 2020-се йылда пандемия сәбәпле күп тармаҡтар онлайн, ситтән тороп эшләүгә күсһә, ҡайһылары бөтөнлдәй ябылырға мәжбүр булды. Үткән йылдың февралендәге ваҡиғалар иһә бик ауыр эҙемтәләр вәғәҙәләй ине, сөнки сит ил компаниялары Рәсәйҙән күпләп китә башланы, ә хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ ҡалды.

Был шарттарҙа дәүләт хеҙмәт баҙарын көйләр бихисап саралар уйлап табырға тотондо, программаларға ҙур суммалар ҙа йәлләмәне. Шуның һөҙөмтәһен күрәбеҙме бөгөн, әллә киреһенсә эҙемтәһеме икән был. Әле илдә эшһеҙлек кимәле тарихи минимумда, ә Башҡортостан бөтөнләй 1991-се йылғы рекордын яңыртыуға өлгәште. Былар хаҡында тәфсирләп алдағы минуттарҙа һөйләшербеҙ. Студиябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы — Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең бүлек мөдире Айгөл Сәбирова.