Бөгөнгө көнөбөҙ ысынлап та уңышлы, шәп булыр, тип уйлайым, сөнки эфирға йыр-моңға ғашиҡ ғаилә: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфөнөң почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Нәзифә Ҡадырова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаевты саҡырҙыҡ.
Хәйерле иртә, Республика! - 24.09.2024 Йондоҙло ғаилә
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.







