Нәзифә Ҡадырованың тауышын ишетеү, үҙен күреү менән шунда уҡ "Ниндәй һөйкөмлөлөк, ниндәй грация, ниндәй тәбиғи матурлыҡ, һандуғас тауышлы артистка!" тигән уй килә. Беренсе күреүҙән һәм мәңгегә һеҙҙең хәтергә инәсәк ул.
Музыка һәм сәнғәт тигән бөйөк илаһи донъяның яҡты йондоҙо – Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова һәм уның тоғро музыканты, илһам ҡанатын ныҡлы тотоп тороусы, илһам өҫтәп тороусы, үҙе лә талант эйәһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев менән осрашыу "Өфө уттары"- ның 12-се июль сығарылышында.