Һалдат яҙмышын яҙыусы.
“Хәйерле иртә, республика” тапшырыуының дүшәмбе сығарылышы билдәле ҡәләм оҫтаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Талха Ғиниәтуллиндың /Анатолий Генатуллин/ тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Яҡташыбыҙ Рәсәй, донъя прозаһында киң билдәлелек яулаған автор. Уның роман, повестары егерменән ашыу телгә тәржемә ителгән. Шул уҡ ваҡытта, Талха Ғиниәтуллиндың исемен мәңгеләштереү өсөн бөгөн яңы аҙымдар кәрәк. Программала Т. Ғиниәтуллин тураһындағы документаль фильмдар авторы, телевидение ветераны Луиза Фархшатова һәм филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Гәрәева ҡатнаша.