Хәйерле иртә, Республика! - 12.05.2025

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 12.05.2025

12 май шәфҡәт туташтары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Күңелеңдә мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, изгелек булғандар ғына был һөнәрҙе үҙ итә. Бөгөн дә шәфҡәт туташтарының эше хәрби госпиталдәрҙә айырыуса мөһим. Башҡортостандан “Беренсе тирмә” төбәк проекты сиктәрендә 13 төркөм, 80-ләгән ҡатын-ҡыҙ Махсус хәрби операция зонаһында госпиталдәрҙә, ирекмәндәр рәтендә эшләп ҡайтты. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта “Беренсе тирмә” проектында ҡатнашыусы шәфҡәт туташтары Күгәрсен районынан Гүзәл Мәзитова һәм Туймазы ҡалаһынан Зөлфиә Хузина.