Хәйерле иртә, Республика! - 18. 07. 2025 Сейәләр бешкән мәл

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 18. 07. 2025 Сейәләр бешкән мәл


Күргәнһегеҙҙер, бөтә социаль селтәрҙәрҙәге һүрәттәр сейә менән тулған. Кемдер был емеште йыйып, унан ҡайнатма әҙерләп маҡтана, кемдер ҡаҡ ҡоя, кемдер һутын һыға. Һәр кем тырыша, һәр кем өлгөрөп ҡалырға маташа. Беҙ ҙә артта ҡалмаҫҡа булдыҡ, сейә тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн. Студия ҡунаҡтары - “Бүздәк сейәһе” тип янып йөрөгән Зәлиҙә Илмәтова, Гөлназ Шәйәхмәтова, Гүзәл Ғәлләмова, Фәнүзә Әхмәтшина.