Бөгөн беҙ маһирлыҡ һәм етеҙлек билдәһе булған мауыҡтырғыс спорт төрө — традицион яндан уҡ атыу тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ.
Июль айы Башҡортостан уҡсылары өсөн айырыуса уңышлы, мәртәбәле еңеүҙәргә бай булды. Ошо көндәрҙә генә бер төркөм егеттәрәребеҙ Екатеринбург ҡалаһында «Халыҡтар дуҫлығы кубогы» Халыҡ-ара турнирында үңеүҙәр яулап ҡайтһа, икенсе яҡташтарыбыҙ Ҡырғыҙстанда үткән Илбирс IV Халыҡ-ара турнирынан бихисап миҙалдар менән әйләнеп ҡайтты. Бөгөн улар беҙҙә ҡунаҡта. Оҫта уҡсыларыбыҙ — Учалынан Динә Вәлиева, Ауырғазы районынан Батырхан Ғайсин, Дәүләкән ҡалаһынан Илмир Әхмәтйәнов һәм Өфө районы Шамонино ауылынан Венера Юлдашбаева.