Яңыраҡ ҡына Ҡаҙаҡстандың Аҡтау ҡалаһында балалар араһында уҡтан атыу буйынса донъя чемпионаты уҙҙы. Унда Башҡортостандан Гүзәл Буранғолова икенсе урын яуланы.
Чемпионаттың шарттары, нисек үтеүе, кемдәр ҡатнашыуы тураһында беҙ тап Гүзәлдән, уның ата – әсәһе Флүр Зиннур улы, Илвира Тәлғәт ҡыҙы һәм Гүзәлдең тренеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Рәйес Низаметдиновтарҙан һораштыҡ.







