Ошо көндәрҙә бөтә донъя шәкәр диабеты менән көрәш көнө билдәләнде. Диабет тураһында йыш ишетергә тура килә, әммә күптәр уның ни тиклем ҡурҡыныс сир икәнен белеп етмәй. Табиптар йыл дауамында халыҡ менән шәкәр ауырыуын иҫкәртеү эштәре алып бара. Бөгөн беҙ ҙә татлы сир, уның сәбәптәре, дауалау ысулдары һәм иң мөһиме, иҫкәртеү саралары тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ.
Хәйерле иртә, Республика! - 19.11.21 Шәкәр сире
Һаулыҡ һаҡлау министырлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ғына шәкәр диабеты менән 100 меңдән ашыу интегә.