Республиканың иң абруйлы милли баҫмаларының береһе — “Ағиҙел” журналы 100 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. Байрам саралары киләһе йылдың мартында уҙа. Әммә әҙерлек эштәре әленән үк башлаған. Ошо айҡанлы, бөгөн беҙ студияға журналдың баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәт Ғүмәров менән күренекле журналист, ҡәләм оҫтаһы Салауат Әбүзәровты саҡырҙыҡ.
Иғтибар үҙәгендә - 02.03.22 “Ағиҙел” журналы 100 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә
“Ағиҙел” журналы, "Башҡортостан 24" каналы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсын иғлан итте. Бәйгегә йомғаҡ 2023 йылдың мартында яһаласаҡ.