Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 28.03.2023 "Ағиҙел"гә - 100 йыл!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 28.03.2023 "Ағиҙел"гә - 100 йыл!

Республикабыҙҙа сығып килгән "Ағиҙел" әҙәби-нәфис һәм публицистик журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уның тәүге һаны 1923 йылдың 24 мартында донъя күрә.

Әлеге көндә Башҡортостанда ғына түгел, беҙгә сиктәш ерҙәрҙә һәм төрки телле илдәрҙә лә ҙур абруй ҡаҙанған "Ағиҙел" журналы нисек йәшәй, уҡыусыларҙы ниндәй әҙәби күстәнәстәр менән ҡыуандыра килә?

100 йыллыҡ юбилейға арналған байрам кисәһен нисек һәм ҡайҙа уҙғарырға йыйына?

Ошо һәм башҡалар хаҡында беҙгә "Өфө уттары" тапшырыуының 28-се март сығарылышында "Ағиҙел„ журналы хеҙмәткәрҙәре, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, билдәле әҙиптәр — баш мөхәррир Мөнир Ҡунафин, уның урынбаҫары Әхмәр Үтәбай һәм бүлек мөхәррире Салауат Әбүзәр ентекле һөйләп бирҙе.