Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты махсус мөрәжәғәт яһаны. Мөфтөй Айнур Бирғәлин Рамаҙан айы осоронда ведомстволарҙы һәм ойошмаларҙы ярыштар, турнирҙар үткәрмәҫкә саҡыра. Төп сәбәп — Ураҙаға баҫҡан атлеттар сәләмәтлеге өсөн чемпионаттар һынауға әйләнеүе ихтимал.
Бынан тыш, Башҡортостан мәсеттәрендә ифтар табындары ҡайтанан тергеҙелә. «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһының «Иғтибар үҙәгендә» тапшырыуында һүҙ Ураҙа айы һәм уның тәғлимәттәре тураһында барҙы.