Мосолман халҡы өсөн изге Рамаҙан айы Ураҙа байрамы менән тамамланды. Ошо яҡты осор эсендә ураҙа тотоп, Аллаһы тәғәләгә яҡынлашып, үҙ гонаһтарынан арынырға тырышыусылар рәхмәттәр уҡый, доғалары менән Аллаһтың үҙенә өндәшә. Ураҙа байрамын нисек дөрөҫ ҡаршыларға кәрәклеге, Рамаҙан айында ниндәй ҡағиҙәләр үтәү фарыз, иман юлына баҫыуҙың үҙенсәлектәре тураһында беҙ "Өфө уттары" тапшырыуының 9-сы апрель сығарылышында һөйләштек.
Студияла ҡунаҡта баш ҡалабыҙҙағы Беренсе йәмиғ мәсетенән Билал хәҙрәт Сәйфетдинов булды.