Ейәнсура районының Саҙалы ауылынан сығыусылар менән әңгәмә ҡорабыҙ. Тауҙар араһында урынлашҡан бәләкәй генә ауыл йылына бер тапҡыр ҙур спорт майҙанын хәтерләтә. Саҙалылар йыл һайын волейбол буйынса ярыштар ойоштора. Ошо сара, башҡа хәлдәр хаҡында фекер алышабыҙ турнирҙы быйыл ойоштороу өсөн яуаплы булған Ишмөхәмәтовтар нәҫеленән Руциә Фәтхулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова менән.
Иғтибар үҙәгендә - 26.04.2023 Саҙалы - волейбол үҙәге
Билдәле шәхестәрҙең, эшҡыуарҙарҙың тыуып үҫкән төбәгенә ярҙам итеүен күҙ уңында тотҡан "Атайсал" программаһы күп изге эштәр башҡарырға мөмкинлек бирҙе.