Республика, Рәсәй генә түгел, ә бәлки донъя кимәлендә "Башҡорт теле көнө" билдәләнә. 2019-сы йылдан бирле уҙғарылып килгән сараның үҙ йолалары бар. Был кесаҙна, мәҫәлән, "Аҡмулла диктантын" яҙалар. Уның барышында 30 һорауға яуап биреү фарыз. Уның унауһы Мифтахетдин Аҡмулла, мәғрифтәсе замандаштарының тормошона бәйле.
"Башҡорт теле көнөн" ойоштороу һәм үткәреүгә республика башлығы Радий Хәбиров айырым иғтибар бүлергә бойорҙо.
Студия ҡунағы — Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина.