Иғтибар үҙәгендә - 19.03.2025 "Йәншишмәнең" йәнле һулышы

"Йәншишмә" гәзите сыға башлауға - 95 йыл!
  • Иғтибар үҙәгендә - 19.03.2025 "Йәншишмәнең" йәнле һулышы

Башҡортостандың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төп гәзите – "Йәншишмә" үҙенең 95 йәшен туйлай. Тантаналы саралар уҙһа ла, юбилей йыл буйына дауам итә. Башта "Йәш төҙөүсе", унан "Башҡортостан пионеры", әлеге көндә "Йәншишмә" исемендәге гәзит быуатҡа яҡын үҙенең төп бурыс – киләсәк быуынды лайыҡлы итеп тәрбиәләүгә тоғро ҡала.

Студияла ҡунаҡта — "Йәншишмә" гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов.