Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 03.10.2022 "Йәншишмә"нең йәнле тормошо

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 03.10.2022 "Йәншишмә"нең йәнле тормошо

Бала саҡта беҙ "Аҡбуҙат" журналын ҡарап, әкиәттәрен, һүрәттәрен яратып ҡарай инек. Артабан "Йәншишмә"не алдырып, йотлоғоп уҡыныҡ. Һуңынан башҡорт балалары үҫмергә әйләнеп "Аманат"ты уҡыр ҙа, өлкән йәштәгеләр өсөн сығарылған гәзит-журналдарға күсер ине.

Гәзит, журнал, китап – Совет заманында һәр кемгә дуҫ, серҙәш, кәңәшсе булған. Хәҙер шул заманалар ҡайтмаһа ла, китап ҡәҙере, матбуғат көсө тергеҙелеп, нығынһын ине. Электрон варианттамы, тактиль рәүештә тотоп-тойоп булһынмы, тере булһын ул!

Балалар матбуғатының "уртансы" улы – "Йәншишмә" гәзитенең эшмәкәрлеге, яныуҙары, ижады, йәш хәбәрселәр менән тығыҙ бәйләнеше тураһында студия ҡунаҡтары – гәзиттең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Мирсәйет Юнысов һәм "Йәншишмә" гәзитенең йәш хәбәрселәр "мәктәбен" тамамлаған Зарина Бағышаева һөйләне.