Иғтибар үҙәгендә - 17.12.2025 Уттан һаҡ бул!

Башҡортостанда янғын талаптарына яуап бирмәгән обьекттарҙа күләмле саралар үткәреү тыйыла.
  • Иғтибар үҙәгендә - 17.12.2025 Уттан һаҡ бул!

Ошо турала республика Хөкүмәтенең айырым Күрһәтмәһендә әйтелә. Министрҙар кабинеты тарафынан имзаланған документ маҡсаты – байрам осоронда ут сығыу осраҡтарын мөмкин тиклем кәметеү.

Режим 31-се декабрҙән киләһе йылдың 11-се ғинуарына тиклем ғәмәлдә. Ҡағиҙәләрҙе инҡар иткән осраҡта штраф суммаһы 2 тапҡырға арттырыла. Бөгөнгө һүҙебеҙ тап янғындарға бәйле булыр.

Студия ҡунағы — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Манапов.