Иғтибар үҙәгендә - 07.10.2026 Именлек һинең ҡулыңда

Бөгөнгө һүҙебеҙ халыҡ именлеге тураһында барыр.
  • Иғтибар үҙәгендә - 07.10.2026 Именлек һинең ҡулыңда

Уның сәбәбе лә юҡ түгел. Башҡортостанда янғындар һаны кәмемәй. Республикала көн һайын тиерлек үлем менән тамамланған ошондай фәжиғәләр теркәлә. Ә яҡын арала хәлдәрҙең тағы ла ҡатмарлашыуы бар. Көндәр һыуытыу менән торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн ҡорамалдар ҡулланыу күбәйә. Күп осраҡта уларҙың төҙөклөгөнә шик бар.

Студиябыҙ ҡунағы — Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова.