Сәсеү кампанияһын ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарып сығыу өсөн республика хужалыҡтарына быйыл кәм тигәндә лә 32 миллиард 300 миллион һум кәрәк. 2018-се йылда сарыф ителгән сумма ни бары 6 миллиард һум булған. Үҙгәрештәр бының менән тамамланмай. Республика етештереүселәре хәҙер иген урынына башҡа культураларға өҫтөнлөк бирергә ниәтләй.
Студия ҡунағы — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Хәлил Сафин менән аграр секторҙағы яңылыҡтар тураһында фекер алышабыҙ.







