Иген етештереү буйынса Рәсәй хәҙер донъяла лидерҙар рәтендә. Быйыл әйткәндәй, уңыш 135 миллион тоннаға етер тип күҙаллана, был үткән йылдағынан 10 процентҡа күберәк.
Ауыл хужалығы менән бергә ауыл биләмәләрен үҫтереү ил Президенты Владимир Путин тарафынан стратегик бурыс итеп билдәләнгән. Барыһы ла халыҡ ауылда ҡалып, яҡшы шарттарҙа йәшәп үҫешһен тигән маҡсаттан сығып эшләнә.
Йәкшәмбе Рәсәйҙә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо сәбәптән тармаҡтың дөйөм хәле, Башҡортостанда аграр сектор ниндәй хәлдә булыуы һәм ауыл эшсәндәре өсөн мөһим ураҡ кампанияһының быйыл ниндәй уңыш алып килеүе хаҡында һөйләштек.
Студиябыҙ ҡунағы БР-ң ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов.







