Иғтибар үҙәгендә - 30.09.2026 Уҡытыусы абруйы

Бөгөнгө һөйләшеү йәмғиәттең көҙгөһө булған шәхестәр – уҡытыусылар тураһында барҙы.
  • Иғтибар үҙәгендә - 30.09.2026 Уҡытыусы абруйы

Уның сәбәбе лә бар. Октябрҙә Рәсәйҙә мөғәллимдәр көнө билдәләнә. Мәктәп, колледж, юғарыу уҡыу йорттарында эшләгән ошо һөнәр эйәләре ысынлап та һау һәм сәләмәт йәмғиәттең тотҡаһы. Тап улар шәхестәрҙе тәрбиәләү, уларҙы ғилемле итеү өсөн яуаплы. Студияла ҡунаҡта "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы" регион-ара конкурсының быйылғы еңеүсеһе, Өфөнөң унынсы һанлы мәғариф үҙәге мөғәллимәһе Ләйсән Миннеәхмәт ҡыҙы Хәсәнова.