Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 03.09.2025 Уҡытыусылыҡ - уның булмышы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 03.09.2025 Уҡытыусылыҡ - уның булмышы

“Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның йөҙҙәремә, һүнмәҫлек ҙур өмөттәр һалдың бәләкәс йөрәгемә”, тип йырлана билдәле бер йырҙа.

Көҙ миҙгеле – һағышлы осор башланғанда уҡыусы һәм уларҙы оло белем юлына илткән уҡытыусылар яңы уҡыу йылын ҡаршылай. Бар ғүмерен тиерлек уҡытыусылыҡҡа арнаған, йөрәгендә уҡыусыларына ла, уның ижадын яратып уҡығандарға ла ул урын таба. Яңы миҙгелде, сентябрь айын беҙ бар ғүмерен балаларҙы уҡытыуға бағышлаған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә, журналист, яҙыусы Земфира Аҡбутина менән ҡаршыланыҡ. Уның менән булған әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.