Иҡтисади Башҡортостан - 20.08.20 II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында күтәрелгән мәсьәләләр

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 20.08.20 II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында күтәрелгән мәсьәләләр
Иҡтисади Башҡортостан - 20.08.20  II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында күтәрелгән мәсьәләләр

Сибай Башҡортостандың Ураль аръяғы баш ҡалаһы булараҡ үҫешергә тейеш. Был көндәрҙә таусылар ҡалаһында үткән 2-се Инвестиция һабантуйы тап ҡалаларҙа тормош һәм үҫеш өсөн шарттарҙы яҡшыртыу тематикаһы менән үрелеп барҙы. Шулай булһа ла, ауыл райондарынан торған субрегион өсөн мөһим мәсььәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын – Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы һәм Хәйбулланы бер субрегионға берләштереп, Урал аръяғы райондары тип айырым атап, махсус программа ярҙамында был төбәктең иҡтисадын депрессив хәлдән сығара башлауға теүәл 10 йыл. Пландар бик етди ине, уларҙың ҡайһыһылыр тормошҡа ашты, ҡайһылары һүҙҙә генә ҡалды. Тәүҙә билдәләнгән миллиардлы инвестициялар ҙа шулай уҡ. Ғәмәлдә дәүләт аҡсалары ғына теүәл суммала төрлө субсидия, социаль объекттар төҙөлөшө, эшҡыуарҙарға ярҙам, инфраструктура проекттары аша барып етте. Ә ниәтләнгән шәхси инвестициялар ҡыҙғанысҡа хыял булып ҡына ҡалды.
Студия ҡунағы — иҡтисад белгесе, йәмәғәт эшмәкәре Рәйес Тайбугин.