Иҡтисади Башҡортостан - 08.06.2023 Тиҙҙән Республикала инвестициялар йәлеп итеү буйынса яңыртылған система эш башларға тейеш

Башҡортостан иҡтисадын үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү тәүбурыстарҙың береһе булып ҡала.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 08.06.2023 Тиҙҙән Республикала инвестициялар йәлеп итеү буйынса яңыртылған система эш башларға тейеш

Республика һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә байтаҡ алға китешкә өлгәшә алды. Инвестиция сәйәсәте буйынса илдә тәүге баҫҡыстарҙа нығыныу, пандемия, санкция шарттарында ла инвестициялар күләменең артыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Петербургтағы иҡтисад форумында Башҡортостан инвесторҙарға ҡамасаулаған закондарҙы камиллаштырыу йәки либералләштереү хаҡында иғлан итте.
Тимәк Башҡортостанда эшлекле климат тыуҙырыу маҡсаты өҫтәндә эш бер туҡтауһыҙ дауам итә бип аңларға кәрәк. Бының өсөн бизнесҡа административ баҫымды кәметеү, контроль органдарының эшен яза башҡарыуҙан етешһеҙлектәрҙе иҫкәртеү эшенә йүнәлтеү һәм, әлбиттә, бюрократик кәртәләрҙе емереү тәүбурыстар тип билдәләнгән.

Башҡортостан инвестор өсөн ҡыҙыҡлы булыр ҙа, инвесторҙың Башҡортостан өсөн файҙаһы булырмы һуң? Был һорауҙы үҙенә күптәр биреп ҡарайҙыр. Алдағы ярты сәғәттә тәфсирләп был хаҡта ла һөйләшербеҙ. Беҙҙең даими экспертыбыҙ, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров бөгөнгө ҡунағыбыҙ.