Ҡайҙа ашығаһығыҙ хаҡтар? Бөгөнгө теманы һорау менән билдәләнек. Ә һорау бик актуаль, пандемия башланғандан алып, бигерәк тә ағымдағы йылда аҙыҡ-түлек, тауар, хеҙмәттәргә хаҡтарҙың йәшен тиҙлеге менән арта барыуына иғтибар итмәгән кеше ҡалмағандыр. Ябай күҙлектән бик парадокс хәл килеп сыға – эш хаҡы, килем артмай, күптәр эшен юғалта, ә хаҡтар һаман үҫеүен дауам итә. Эш хаҡы булмағас ихтыяж да кәмергә тейеш, ә баҙар ҡануны буйынса һорау булмаһа хаҡтар киреһенсә төшә торған ине... Тимәк, башҡа сәбәптәр бар, икенсе факторҙар тәьҫир итә. Уларға ла бер аҙ туҡталып китербеҙ алдағы минуттарҙа. Ә төп тема бөгөн аҙыҡ-түлек хаҡында булыр, дөрөҫөрәге социаль әһәмиәтле тауарҙарға хаҡтарҙы көйләү, ә бәлки көйләргә тырышыу тиһәк дөрөҫөрәк булыр. Был хаҡта Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Закир улы Бикбулатов менән әңгәмә ҡорабыҙ.
Иҡтисади Башҡортостан - 28.10.21 Аҙык-түлеккә хаҡты кем көйләй?
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 28.10.21 Аҙык-түлеккә хаҡты кем көйләй?