Иҡтисади Башҡортостан - 24.02.22 Санкциялар кеҫәгә "һуғырмы"?

Мәскәү биржаһы уның артынса Санкт Петербург биржаһы бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә сауҙаны туҡтатты. Был доллар һәм евроның Рәсәй һумына ҡарата максималь кимәлгә етеүе менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта валюталар артыуын дауам итә. Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә доллар 84 һумлыҡ сикте үтеп, 2016 йылдың ғинуарындағы кимәлгә етте, евро 95 һумдан артып, 2014 йылғы тарихи максимумды яңыртты. Рәсәй банктары валюталарҙы һатыуға 100 һумдан юғары хаҡ ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта, нефть һәм газ ҡиммәтләнеүе күҙәтелә. Ҡара алтын Донбасстағы махсус операция тураһында иғлан ителеү менән 5 ярым процент үҫеш күрһәтте.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 24.02.22 Санкциялар кеҫәгә "һуғырмы"?

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу тарихынан яҡшы хәтерләйбеҙ, көнбайыш дәүләттәр һәм Америка санкциялары Рәсәй бюджеты һәм граждандары кеҫәһенә яҡшы ғына һуҡты. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының мөстәҡиллеген таныу Рәсәй иҡтисадына ниндәй эҙемтәләр менән янай, милли валюта менән нимә булыр һәм йәнә лә хаҡтар, инфляцияға ул нисек йоғонто яһар? Былар хаҡында алдағы минуттарҙа һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунағы — иҡтисад белгесе Наил Мырҙагилдин.